5 декабрь, Дүшәмбе

11 март 2010 йыл, 16:37

Рәмис Дәүләтбаев Рәсәй телевидениеһы академияһына ҡабул ителде

автор: "Башинформ"

Мәскәүҙә Рәсәй телевидениеһы академияһының Ойоштороусылар советы ултырышы үтте. Унда академия составын киңәйтеү һәм уның составына «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры Рәмис Дәүләтбаевты индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Иң төп һәм абруйлы телевидение берләшмәһе ағзаһы итеп Рәмис Дәүләтбаев бер тауыштан ҡабул ителде.

Рәсәй телевидениеһы академияһы — бөтә ил телетапшырыуҙар алып барыусыларының мәнфәғәттәрен берләштереүсе коммерция булмаған ойошма — 1994 йылда изге маҡсат – Рәсәй телевидениеһы академияһын һәм телевидение сәнғәте өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн «ТЭФИ» премияһын булдырыу өсөн берләшкән илдең төп телекомпаниялары инициативаһы буйынса Рәсәй телевидениеһын үҫтереү фонды булараҡ ойошторола.

2001 йылдан Рәсәй телевидениеһын үҫтереү фонды “Рәсәй телевидениеһы академияһы” фонды тип атала. Бөгөн Фондта, тимәк Академияла ла, 17 ойоштороусы иҫәпләнә. Улар барыһы ла телевидение сәнғәте өлкәһендә сағыу һәм йөкмәткеле эштәр эҙләү менән мәшғүл. Үҙенсәлекле идеялар һәм проекттарға ярҙам итәләр, ватан телевидениеһының һөнәри, гражданлыҡ, интеллектуаль һәм мәҙәни кимәлен күтәрәләр.

Телеакадемия составында билдәле журналистар — Владимир Познер, Елена Малышева, Әлим Йосопов, Александр Цекало, Леонид Якубович һәм башҡалар. Уға Рәсәй Президентының халыҡ-ара һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкой етәкселек итә.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының биш проекты – «Дело №» журналист тикшереүе, «Построим дом для Нины Николаевны», «Иң яҡшы ҡала ихаталары» реалити-шоуы, Башҡортостан тураһында социаль роликтар, балалар өсөн «Ҡоралай» фильм-әкиәте төрлө йылдарҙа «ТЭФИ-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион премияһы лауреаттары булды.