9 декабрь, Йома

11 март 2010 йыл, 16:31

Раил Сарбаев: башҡа райондарҙағы ҡаты сирлеләргә юғары технологиялы медицина яҡыная

автор: Елена Макушина | фото: Олег Яровиков

Уҙған йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән һатып алынған вертолет республиканың санитар авиацияһында хеҙмәт юлын башланы. 11 мартта санитар авиация программаһы буйынса тәүге рейс башҡарылды. Инсульт үткәргән пациент Дәүләкәндән Өфөгә килтерелде.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың элегерәк билдәләүенсә, ВК-117 вертолеты бәләкәй авиацияның европа стандарттарына тулыһынса яуап бирә һәм Германияла авиамедицинала төп модель урынына файҙаланыла.

— Был вертолет юғары технологиялы медицина ярҙамын башҡа райондарҙағы ҡаты сирлеләргә яҡынайтырға мөмкинлек бирәсәк. Республикабыҙҙағы бәләкәй авиация үҫешендә тәүге аҙым был, — тине Раил Сәлих улы.

Германияла сығарылған, санитар авиация өсөн йыһазландырылған ВK-117  вертолеты 550 километр алыҫлыҡҡа оса, тимәк, республика территорияһының күп өлөшөн хеҙмәтләндерә аласаҡ.

Транспортировкалау ярамаған ҡаты сирлеләрҙе йөрөтөү өсөн әҙерләнгән пассажир кабинаһы махсус ҡорамалдар, пациенттарҙы һәм медицина персоналын урынлаштырыу өсөн һигеҙ төрлө конфигурацияла ҡулланыла ала.

Башҡортостанда санитар авиацияһы ауыр сирлеләрҙе күсереү өсөн йыл һайын 100-гә яҡын осош яһай. Бының өсөн АН-2 самолеттары һәм вертолеттар файҙаланыла. Яңы төрҙәге вертолет һатып алғандан һуң ҡаты сирлеләрҙе йөрөтөү уңайлаша  – кабина ҙурлығы медицина процедуралары, хатта осоу барышында операциялар башҡарыуға ла мөмкинлек бирә.  

Махсус медицина ҡорамалдар комплектына кислород баллондары, наркоз-тын алыу техникаһы, дефибрилляторҙар, башҡа төрлө реанимацион апаратура ла инә.

Пациентты дауаханаға еткереү ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн Өфө сиктәрендә өс вертолет майҙансығы билдәләнгән: Конгресс-Холл алдында, «Аҡбуҙат»  ипподромында һәм өсөнсөһө – Дәүләт циркы районында.

Вертолеттың был моделен эҙләү-ҡотҡарыу операцияларында ла файҙаланырға мөмкин. Күсермәле ишектең һул яҡ уйымында 270 килограмм ауырлыҡ күтәрергә һәләтле әйләнмәле сығыр ҡуйылған. Сығыр ярҙамында вертолет бортына еүеш кейемдәге ике кешене күтәрергә мөмкин (ҡотҡарыусы һәм ҡаза күреүсене).

Һәм бөгөн көндөҙгө 12-лә Конгресс-холл алдындағы майҙанға вертолет ултырҙы. Санитар авиация яңыраҡ ҡына инсульт үткәргән 40 йәшлек ҡатынды алып килде. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауахана белгестәре менән кәңәшләшкәндән һуң уны Өфөлә дауаланырға ҡалдырҙылар. Әле уның сәләмәтлек торошо уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Һауала осоу 40 минут ваҡытты алған.

Конгресс-холл алдында санавиация вертолетын Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының реанимобиле һәм реанимация бүлеге мөдире Константин Золотухин етәкселегендәге медиктар төркөмө  менән реанимация бүлегенең ике хеҙмәткәре ҡаршыланы.  

—Тиҙ медицина ярҙамы, юғары квалификациялы тикшеренеү талап ителгәндә, бигерәк тә мейегә ҡан һауғанда, инфарктта санитар авиация кәрәк, — тине Золотухин.