Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан суд приставтары идаралығының иң яҡшы спортсылары асыҡланды

Йәмғиәт

Өфөлә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының бүлек хеҙмәткәрҙәре араһында комплекслы бергә-бер көрәше буйынса һайлап алыу ярыштары үтте.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте чемпионатының тәүге этабы булған был беренселек һөҙөмтәһендә Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының йыйылма командаһы тупланды. Хәҙер улар Звенигородта апрелдә үтәсәк Федераль суд приставтары хеҙмәтенең комплекслы бергә-бер көрәше буйынса чемпионатында Башҡортостан суд приставтары данын яҡлап сығыш яһаясаҡ.  

Шәхси беренселеккә ярыштар 8 ауырлыҡ категорияһында олимпия системаһы буйынса алып барылды, бер тапҡыр еңелгәндәр төшөп ҡала барҙы.

Үҙ ауырлыҡ ктегорияларында иң яҡшылары исеменә Иван Комягин, Алексей Романов, Рөстәм Солтанов, Дамир  Фәйзуллин, Сергей  Фәритов, Сергей  Ковалевский, Наил Хәйбуллин һөм Олег Самойлов лайыҡ булды.

Призлы урындар яулаған ярышта ҡатнашыусылар дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть