Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Сикһеҙлек» Республика йәштәр конкурсы иғлан ителде

Сәйәсәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәштәр араһында иң яҡшы баҫмаға, фотоматериалға, авторҙар һүрәтенә “Сикһеҙлек” Республика конкурсы иғлан итте. Конкурс III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡарата иғлан ителде һәм ул иң әүҙем һәм һәләтле йәштәрҙе асыҡлауға, йәштәр мөхитен ыңғай көйләүгә, ижади һәм социаль әүҙем йәштәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән.  

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге сайтында (www.msoowkb.ru) ҡабул ителә. Конкурс материалдары төрлө жанрҙа – мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк – булырға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә яҙылырға мөмкин. Фотоматериалдар, автор һүрәттәре һәм башҡа эштәр  электрон формала bezgranicrb@yandex.ru почтаһына ебәрелә.  

Конкурс 2010 йылдың февраленән башлап июнь айына тиклем барасаҡ.

Унда еңеүселәр www.photo.yeshlek.ru сайтына инеүселәрҙең иң күп тауыш биреүенә ҡарап билдәләнәсәк. Төп приз — 10 мең һум.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөлә үткәрелә.

Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт «Сикһеҙлек» проектының www.photo.yeshlek.ru сайтында биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть