Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Иммунопрепарат» миҙгел киҙеүенә ҡаршы вакцина етештерә башланы

Иҡтисад

«Микроген» фәнни-тикшеренеү берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының филиалы «Иммунопрепарат» 2010-2011 йылдарҙағы эпидемия миҙгелендә киҙеүҙән һаҡланыу өсөн вакцина етештерә башланы.  10 мартта киҙеүгә ҡаршы профилактик сараны ҙур күләмдә сығарыу өсөн вируслы концентраттың тәүге партияһы (400 мл) ҡабул ителгән.  

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме буйынса, “сусҡа” киҙеүе исеме аҫтында билдәле булған A/H1N1(Калифорния) штамы миҙгел вакцинаһы составына индерелгән. 26 февралдә Өфө предприятиеһына иммунобиологик препарат етештереү өсөн тәүге 130 мең тауыҡ эмбрионы килтерелгән.

Предприятиела пандемик вирусҡа ҡаршы «Пандефлю» субберәмекле адсорбцияланған моновакцинаһын етештереү тамамланды. Сифат департаментында препараттың һуңғы серияһына контроль үтте. Шул көндә үк дәүләт заказы буйынса 50 меңгә яҡын «Пандефлю» ҡабы Ульяновск, Ырымбур, Өфө, Һамар, Саранск ҡалаларының дуалау учреждениеларына ебәрелде.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының дәүләт заказы буйынса «Микроген» холдингының Башҡортостан филиалы пандемия вакцинаһының 7,6 миллионға яҡын дозаһын етештергән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть