5 декабрь, Дүшәмбе

11 март 2010 йыл, 13:39

«Башфармация» предприятиеһына үткәргән социаль акциялары өсөн халыҡ рәхмәтен белдерә

автор: Елена Макушина

«Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһына Башҡортостандың төрлө урындарынан рәхмәт хаттары килә. Өс ай эсендә предприятие бер нисә сара, атап әйткәндә “Ҡан баҫымыңды үлсә”, “Ир-егеттәр сәләмәтлеге” акцияларын, үткәрҙе. Ә март дауамында «Башфармация»ның дарыуханалар селтәрендә «Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге» акцияһы үтә.  

Көйөргәҙе районы инвалидтар йәмғиәте исеменән ойошма рәйесе һәм райондың һуғыш һәм тыл ветерандары ойошмаһы күрһәтелгән иғтибар һәм кешеләр сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәтен белдергән. “Көйөргәҙе районында үҙебеҙҙең урологыбыҙ юҡ, шуға ла һеҙҙең акцияғыҙ барышында 23 кеше профессиональ консультация, кәңәштәр алырға мөмкинлек тапты”, — тиелә Көйөргәҙе районы халҡынан килгән хатта.