Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Рәсәй банкылары ассоциацияһы башлығы менән осрашты

Иҡтисад

11 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфөгә «Банкылар. Процестар. Стандарттар. Сифат» VI ғилми-ғәмәли конференцияһы эшендә ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй банкылары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыуҙа иҡтисадтағы, финанс өлкәһендәге, ипотека кредиты биреүҙәге эштәр торошо менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ Башҡортостан территорияһында ҡайһы бер инвестицион проекттарҙы бойомға ашырыуға Рәсәй банкыларын өҫтәмә йәлеп итеү буйынса саралар тикшерелде.

Мортаза Рәхимов, көрсөк эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, 2009 йылда республиканың яңы производстволарына 47 миллиард һумдан ашыу аҡса инвестицияланды, һөҙөмтәлә 6 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылды, тип билдәләне. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 60 мең эш урыны булдырасаҡ проекттар тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Президенты ил банкылары менән республика предприятиелары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн ҙур потенциал булыуына күрһәтте.

Мортаза Рәхимов һәм Гарегин Тосунян, иҡтисад һөҙөмтәле кредит бүлеү механизмынан тыш үҫешә алмай, тип билдәләне.  

Рәсәй банкылары ассоциацияһы башлығы республика Президентын «Банкылар. Процестар. Стандарттар. Сифат» VI ғилми-ғәмәли конференцияһы программаһы менән таныштырҙы. Ул илдең банкылар берләшмәһе форумын үткәреүҙә күп йылдар ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Күп параметрҙар буйынса Башҡортостан илдең алдынғы төбәге булып тора. Һәм беҙ Өфөнө банкылар өлкәһендәге хәлде тикшереү өсөн майҙансыҡ итеп осраҡлы ғына һайламаныҡ, — тип билдәләне Гарегин Тосунян.

Осрашыуҙа Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан финанс министры Айрат Ғәскәров, республиканың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов, МДМ-банкының Директорҙар советы рәйесе Олег Вьюгин ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть