9 декабрь, Йома

11 март 2010 йыл, 11:46

«БашВолготанкер» суднолар компанияһы яңы навигацияға әҙерләнә

автор: Любовь Колоколова

«БашВолготанкер» суднолар компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн уҙған йыл ярайһы уҡ уңышлы булды. Предприятие балансындағы суднолар 984 мең тонна мазут ташыны, был 2008 йылдағы навигациянан 1,8 тапҡырға күберәк, шул иҫәптән 126 мең тоннаһы — Өфө нефть эшкәртеү заводтарынан. Бынан тыш, былтырғы навигацияла яңы йөк ташыу ағымы — «Өфө – Нижнекамск» маршруты буйынса – үҙләштерелде. Уның буйынса Өфө нефть эшкәртеү заводтарынан 309 мең тонна вакуумлы газойль сығарылды.

Был мәғлүмәттәр БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы коллегияһы ултырышында килтерелде. Хәҙерге ваҡытта компания быйылғы навигацияға әҙерләнеүгә тотондо ла инде: кәрәкле средстволар бүленде һәм навигация-ара ремонт башланды, фрахтлаусылар менән һөйләшеүҙәр алып барыла, йөҙөүселәр составы менән уҡытыу һәм аварияһыҙ эште тәьмин итеү өсөн белемде тикшереү буйынса занятиелар үткәрелә.

Коллегия ултырышында билдәләнеүенсә, башҡа предприятиелар башҡарған эш күләмдәренә ҡарамаҫтан, Ағиҙел һыу юлдары һәм судоходство районы үҙ эшмәкәрлеге сиктәрендә эске һыу юлдарын һәм судоходство гидротехник ҡоролмаларын тейешле тәртиптә тотто. Юл эштәренең бөтә төрҙәре башҡарылды.