3 декабрь, Шәмбе

11 март 2010 йыл, 11:11

Башҡортостан предприятиелары эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы исеме өсөн көрәшә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда БР Профсоюздар федерацияһы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Башҡортостан Эш биреүселәр берлеге инициативаһы буйынса «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» конкурсы башланды.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс республика предприятиеларында 14 йәшкә тиклемге балалары булған эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, шулай уҡ иҡтисади көрсөк осоронда хеҙмәт баҙарында кире шарттарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән.

Конкурс барышында жюри ағзалары предприятиеларҙа эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн булдырылған хеҙмәт һәм көнкүреш шарттарын, улар өсөн коллектив договорҙа ҡаралған социаль гарантияларҙың булыуын, медицина хеҙмәтләндереүе һәм санитар-курорт дауалау менән тәьмин ителеүҙе, ойошмаларҙа ашханалар, буфеттар, профилакторийҙар булыуын, мәҙәни эште ойоштороу кимәлен, хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ шарттарын баһалаясаҡ.

Конкурста ҡатнашыуға эш хаҡы буйынса бурысы булмаған һәм бөтөрөү йәки банкротлыҡ сигендә тормаған предприятиелар ғына индереләсәк.

Конкурс ике этапта үткәрелә. Авгусҡа тиклем барасаҡ беренсе этапта тармаҡ республика профсоюз ойошмалары тармаҡтар эсендәге иң яҡшы ойошмаларҙы һәм профсоюз коллективтарын билдәләйәсәк. 1 октябрҙән 1 ноябргә тиклем үтәсәк икенсе этап сиктәрендә конкурс комиссияһы республика профсоюз ойошмалары биргән материалдар нигеҙендә еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.