Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Ғәскәровсылар» Ырымбурҙа бөтә Рәсәй халыҡ сәнғәте фестивален асты

Йәмғиәт

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ырымбурҙа үткән «Ырымбур мамыҡ шәле» XXIII Бөтә Рәсәй халыҡ сәнғәте фестивалендә ҡатнашты.

Кисә беҙҙең коллектив фестивалдең дүрт көнлөк программаһын асты. Ырымбур тамашасыһына ансамблдең 70 йыллығына арналған концерт тәҡдим ителде. Унда Башҡортостандың һәм бөтә донъяның мәҙәниәтен сағылдырыусы иң яҡшы номерҙар ингән. Улар араһында Фәйзи Ғәскәров ҡуйған  «Биҙрә менән боронғо башҡорт бейеүе», «Тороҡтороусылар», «Бесәнселәр», «Ете ҡыҙ», Хәшим Мостаевтың «Ҡурай сәскәһе», «Шаян ҡыҙҙар» кеүек популяр хореографик композициялар, шулай уҡ молдаван, татар, рус, ҡалмыҡ, белорус бейеүҙәре бар.

Музыкаль форумдың программаһын артабан Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, “Ырымбур мозаикаһы” рус халыҡ инструменттары ансамбле сығыштары, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар — «Воля» фольклор ансамбле (Воронеж), «Казачья застава» йыр һәм бейеү ансамбле (Пенза), Игорь Бутман квартеты (Москва) сығыштары дауам итәсәк.

Өҫтәп үтәйек, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ырымбурҙағы концерты менән Башҡортостан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренең ҡала һәм ауылдары буйлап барған ун көнлөк гастролдәр турнеһын тамамлай. «Ғәскәровсылар»ҙы алда республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә үтәсәк концерттар көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть