Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбендә дәрестәр башланды

Иҡтисад

Уҙған йылда Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы нигеҙендә асылған йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбендә йәнә дәрестәр башланды.

Ике аҙна дауамында юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары, шулай уҡ үҙ эшен асырға, эшҡыуар булырға ниәтләгән кешеләр бында бизнес-план төҙөргә, бизнес ойоштороу тәртибенә, һөйләшеүҙәр һәм документация алып барырға өйрәнә. Мәктәптә бирелгән белемде йүнсел йәштәр артабан практикала ҡуллана аласаҡ. Сығарылыш уҡыусыларына ағымдағы йылдың 30 мартынан 2 апреленә тиклем үтәсәк Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә мәктәпте тамамлауҙары тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.

Ошондай уҡ мәктәптең 18 мартта Өфө менеджмент институты нигеҙендә лә асылыуы көтөлә.

«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йыл эсендә республиканың ҡала һәм ауылдарында 500 кешене үҙ эсенә алған 15 йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе асылған. Әлеге көндә был мәктәптәрҙе тамамлағандарҙың күптәре үҙ эшен уңышлы ойоштора алған.  

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть