11 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2010 йыл, 9:31

Башҡортостан сатрашсылары ир-егеттәр араһында Европа чемпионатында ҡатнаша

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Хорватияның Риека ҡалаһында ир-егеттәр араһында 11-се шәхси Европа чемпионаты үтә. Турнирҙа Башҡортостандан халыҡ-ара гроссмейстер Денис Хисмәтуллин һәм ошо көндәрҙә был исемде алырға тейешле халыҡ-ара мастер Евгений Калегин ҡатнаша.

Өс турҙа Денис Хисмәтуллин ике ярым мәрәй йыя алды (бер тапҡыр уйынсыларҙың береһе лә еңмәне һәм ике еңеү). Киләһе турҙа уны Чехиянан халыҡ-ара гроссмейстер менән осрашыу көтә. Евгений Калегинда ла әлегә ике мәрәй (бер еңелеү һәм ике еңеү), дүртенсе турҙа ул Швецияның халыҡ-ара гроссмейстерына ҡаршы торасаҡ.

Турнир швейцар системаһы буйынса 11 турҙа үтә. Чемпион титулдары ғына түгел, Донъя кубогында урындар ҙа уйнатыла. Чемпионат 19 мартта тамамлана.

темалар: сатраш