4 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2010 йыл, 9:21

Сергей Лаврентьев сәйәси партиялар вәкилдәре менән осрашты

автор: "Башинформ"

2010 йылдың 10 мартында Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашты.

Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, «ЛДПР», «КПРФ», «Правое дело», «ЯБЛОКО» һәм «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашты.  

Рәсәй Дәүләт Советының 2010 йылдың 22 ғинуарында үткән ултырышына сығарылған сәйәси системаны модернизациялау ултырышта тикшерелгән көнүҙәк мәсьәлә булып торҙо. Бында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының сәйәси партиялар менән аралашыуы, «Һайлауҙар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү зарурлығы тураһында һүҙ алып барылды. Шулай уҡ республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре етәкселәренең сәйәси партиялар вәкилдәре менән осрашыуын ойоштороу, йәштәр сәйәси ойошмаларының берлектәге түңәрәк өҫтәлдәрен үткәреү, сәйәси партиялар эшмәкәрлеген республика киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу кәрәклеге билдәләнде.

Шулай уҡ төбәк парламентына инмәгән сәйәси партиялар вәкилдәренең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырыштарында сығыштарын ойоштороу һәм иҫке, авария хәлендәге йортарҙы һүткәндә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.

Бөтә мәсьәләләр буйынса ла килешеүгә өлгәшелде, шулай уҡ бындай осрашыуҙарҙы квартал һайын үткәрергә ҡарар ителде.

темалар: партиялар