3 декабрь, Шәмбе

10 март 2010 йыл, 17:27

Өфөлә ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше йылына – 280 миллиард һум

автор: Эльвира Латипова

2009 йылда Өфөлә ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше 280 миллиард һум тәшкил иткән. 2008 йыл менән сағыштырғанда был 2,2 процентҡа аҙераҡ.  Йәмәғәт туҡланыуынан сауҙа әйләнеше 10,4 миллиард һум кимәлендә (10,9 процент). Дөйөм республика тауар әйләнешендә Өфөнөң өлөшө 61 процент тәшкил итә.

Бөгөн Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллиндың билдәләүенсә, уҙған йылдағы макроиҡтисади ауырлыҡтар халыҡтың ысынбарлыҡта булған аҡсаһының кәмеүенә һәм ҡулланыусылар һорауының күпкә ҡыҫҡарыуына килтергән. Ошоноң менән аңлатыла ла инде тауар әйләнешенең кәмеүе.  

Ҡулланыусылар кәрзиненә ингән 25 төрлө тауарға хаҡтар уҙған йылда тотороҡло һаҡланған.

Мэр урынбаҫары әйтеүенсә, республика тауар етештереүселәре менән күмәртәләп сауҙа итеүселәр көрсөк шарттарында үҙ-ара килешеп эшләгән, шуның арҡаһында ҡаланың ваҡлап сауҙа итеү селтәрендә урындағы предприятиелар продукцияһы мул тәҡдим ителгән. Республикала етештерелгән тауар өлөшө аҙыҡ-түлек менән ваҡлап сауҙа итеү баҙарында 80 процентҡа еткән.

темалар: сауҙа