8 декабрь, Кесе йома

10 март 2010 йыл, 16:50

«Точка» ракетаһын осороу уңышлы үтте

автор: Сергей Захаров

«Капустин Яр» дәүләт полигонында Волга буйы – Урал хәрби округының ракета бригадаһы күнекмәләре үтте. Хәрби әҙерлек барышында «Точка» тактик ракетаһын осороу башҡарылды. Шартлы дошмандың 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан команда пункты старттан һуң минут ярым үткәс юҡ ителде. Бурысты үтәүҙе ҡатмарлы һауа шарттары ауырлаштырҙы. Шулай ҙа хәрбиҙәр ракета осороуҙы “бишле”гә тапшырҙы. Ракета сәптән 10 метрға ғына ситкә тайпылды, — тип хәбәр итә Волга буйы – Урал хәрби округының мәғлүмәт менән тәьмин итеү бүлеге.  

Яланда үткән күнекмәләр барышында заманса яу алымдарын, тактикаһын камиллаштырыу, бүлексәләрҙең эшен көйләү, хәрби хеҙмәткәрҙәр составында әхлаҡи-рухи сифаттарҙы формалаштырыу мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы.