7 декабрь, Шаршамбы

10 март 2010 йыл, 16:27

Өфө аэропортында курорт йүнәлешендә рейстар иҫәбе арта

автор: Любовь Колокова

"Өфө" халыҡ-ара аэропортында курорт йүнәлешендә рейстар йышлығы артҡан: республика халҡы отпуск миҙгелен асҡан. Март башынан популяр Өфө — Мысыр йүнәлешендә өҫтәмә чартер рейстары индерелгән.

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 5 марттан «Московия» авиакомпанияһы аҙнаһына ике тапҡыр  «Өфө — Шарм-эль-Шейх» рейсын башҡара башланы.  «Өфө» аэропортынан Боинг-737-800 шишәмбе һәм йома көндәрҙә урындағы ваҡыт менән 7.40-та оса.

7 мартта Мысырҙың популяр ҡалаһы Хургадаға чартер рейсын «АйФлай» компанияһы асты, ул унда Боинг-757-200 самолетында аҙнаһына ике тапҡыр (шаршамбы һәм йәкшәмбелә) осорға планлаштыра.  

17 марттан «RedWings» авиакомпанияһы ла Өфө — Хургада йүнәлешендә аҙнаһына ике тапҡыр – шаршамбы һәм шәмбе көндәрҙә осорға ниәтләй. Рейстар Ту-204 самолетында башҡарыласаҡ.

Бынан тыш, «Ырымбур авиалиниялары» авиакомпанияһы Ҡыҙыл диңгеҙҙәге туристик үҙәккә аҙнаһына ике-өс тапҡыр чартер рейстарын башҡарыуҙы дауам итә.  Ә 27 марттан «Ырымбур авиалиниялары» самолеттары Берләшкән Ғәрәп әмираттарының иң гүзәл ҡалаһы – Дубаиға осасаҡ.

Һәм был башы ғына! 28 мартта старт аласаҡ «Йәй-2010» миҙгелендә Төркиәнең Урта диңгеҙ ярында урынлашҡан киң билдәле курорты – Антальяға чартер рейстары индерелә.

Йәйге ялдың ҡыҙған мәлендә халыҡ-ара рейстар көнөнә дүрт-бишкә еткереләсәк. Рейстарҙы эре авиакомпаниялар -  "Ырымбур авиалиниялары", "RedWings", "ДонАвиа", "Московия", «ЮТэйр», «Төрөк авиалиниялары», «Узбекистон Хаво Йуллари", «Армавиа» башҡарасаҡ.