10 декабрь, Шәмбе

10 март 2010 йыл, 16:14

Мортаза Рәхимов «Салауат Юлаев-94» командаһын еңеү менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Салауат Юлаев» йәштәр командаһы тренерҙарын һәм хоккейсыларын 1994 йылғылар клуб командалары араһында Рәсәй беренселегендә еңеүҙәре менән ҡотланы.  

Телеграммала шулай тиелә:

«Хөрмәтле тренерҙар һәм хоккейсылар!

Барығыҙҙы ла юғары ҡаҙаныш – Төмән ҡалаһында 1994 йылғылар клуб командалары араһында Рәсәй беренселегендә рәттән икенсе еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым!

Тренерҙар штабы – өлкән тренер Руслан Сөләймәновҡа, тренерҙар Сергей Лопатин һәм Андрей Василевскийға, «Салауат Юлаев» хоккей командаһының бөтә коллективына йәш спортсыларҙы яҡшы әҙерләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ – ватан спорты киләсәгенә етди өлөш индереү ул. Юлаевсыларҙың яңы быуындары артабан да Башҡортостан хоккейының матур традицияларын арттырыр, туған клубы һәм хоккей мәктәбе байрағын юғары тотор, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй даны хаҡына яңы еңеүҙәр теләйем!

Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».