3 декабрь, Шәмбе

10 март 2010 йыл, 15:46

Республиканың иң ҙур ГЭС-ы ташҡынға әҙерләнә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың иң ҙур гидроэлектростанцияһы – Павловка ГЭС-ында ташҡынға әҙерлек әүҙем алып барыла. Гидроэлектростанцияның йыл әйләнәһенә ышаныслы һәм туҡтауһыҙ эшләүе өсөн тап хәҙер нигеҙ һалына.

Ағым кимәленә күп факторҙар йоғонто яһай, һәм иң элек – һауа температураһы һәм ҡарҙың иреү тиҙлеге. Ҙур әҙерлек эше гидроэнергетиктарға һыу һаҡлағысты тултырыуҙың оптималь графигын төҙөргә булышлыҡ итә.

Бөгөнгә төп бурыстарҙың береһе – 1-се гидрогенераторҙы капиталь ремонтлауҙы тамамлау. Гидроагрегат тулыһынса һүтелгән. Ҡорамалдарҙың бер өлөшө Сызрань «Тяжмаш» заводында ремонтланған. Әлеге ваҡытҡа төп ремонт эштәре тамамланған, гидрогенераторҙы йыйыу башланған.

Ярҙамсы ҡорамалдар ташҡынға 80 процентҡа әҙер. Вентиляторҙарҙы, компрессорҙарҙы, насостарҙы, май баҫымы ҡоролмаларын ағымдағы ремонтлау тамамланған. ДН-4, 5, 6 дренаж насостары ремонтланған. Сиратта – ДН-1, 2 һәм 3. Был эштәр ҙә март аҙағына тамамланасаҡ.

Павловка ГЭС-ы электр ҡорамалдары буйынса ла ҙур эш башҡарыла. Яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәренең бер өлөшөн гидроэнергетиктар һауа температураһы йылынғас ҡына башлай аласаҡ.

Гидроэлектростанцияны әҙерләү 1 апрелгә тамамланырға тейеш. Ташҡын прогнозын алғандан һуң һыу һаҡлағысты тултырыу графигы төҙөләсәк. Киләһе аҙнала оператив персонал һәм оператив-ремонт бригадаһы инструктаж үтәсәк.