9 декабрь, Йома

10 март 2010 йыл, 14:59

«Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергияны һаҡлау-2010» күргәҙмәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергияны һаҡлау – 2010» XVI махсус күргәҙмәһе асылды. Өс көн буйына унда төҙөлөш, ҡала хужалығы һәм энергетика өлкәһендәге иң яҡшы ҡаҙаныштар менән танышырға мөмкин.

Күргәҙмәлә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 50-нән ашыу предприятие ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан биләмәһендә эшләүсе компаниялар байтаҡ.  Экспоненттарҙа сәнәғәт һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге электротехник һәм йылытыу-техник ҡорамалдары, күҙәтеү һәм иҫәпкә алыу өсөн электр үлсәү приборҙары, коммуналь-төҙөлөш техникаһы һәм башҡалар ҡуйылған.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғиман Әсәҙуллин ҡатнашты.

— Йыл һайын Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан махсус күргәҙмә үткәреү изге традицияға әйләнде, ул төҙөлөш, коммуналь хужалыҡ һәм энергияны һаҡлау өлкәләрендә өр-яңы технологияларҙы күрһәтеү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора, — тине Ғиман Әсәҙуллин. – Күргәҙмә географияһы йылдан-йыл киңәйеүе, республикабыҙҙан ҡатнашыусылар һаны артыуы ла ҡыуаныслы күренеш.

Һис шикһеҙ, «Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергияны һаҡлау – 2010» күргәҙмәһе етештереүселәргә һәм ҡулланыусыларға яңы бизнес-партнерҙар табыу, ә потенциаль инвесторҙарға Башҡортостан баҙарында яҡшыраҡ йүнәлеш алыу мөмкинлеге бирәсәк.