8 декабрь, Кесе йома

10 март 2010 йыл, 14:22

Милли музей Еңеүҙең 65 йыллығына арналған саралар серияһын дауам итә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың Милли музейы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған саралар серияһын дауам итә. Сираттағыһы  — мөһим датаға арналған «Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түгел…» сараһы музейҙа 12 мартта үткәрелә. Унда фронтовик инәйҙәр Александра Абакумова һәм Келя Кузлева, шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, 20-се гимназия уҡыусылары ҡатнаша.

«Башинформ» агентлығына БР Милли музейынан хәбәр итеүҙәренсә, студенттар һәм уҡыусылар менән ойоштороласаҡ осрашыуҙа һуғыш темаһына концерт номерҙары һәм инсценировкалар тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, музей хеҙмәткәрҙәре һуғышта ҡатнашҡан Башҡортостан ҡыҙҙары тураһында фотоматериалдарҙан махсус стенд әҙерләй.

темалар: музейҙар