9 декабрь, Йома

10 март 2010 йыл, 14:18

Башҡортостан һәм Татарстан эшлекле даирәләре вәкилдәренең бизнес-осрашыуы

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн Өфөлә, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында, Башҡортостан һәм Татарстан эшлекле даирәләре вәкилдәренең бизнес-осрашыуы үтә. Татарстан делегацияһын ТР сәнәғәт һәм сауҙа министры Рауил Зарипов етәкләй. Башҡортостан яғы делегацияһы етәксеһе – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров.

— 2002 йылда беҙ килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, хәҙер беҙҙең бурыс – уны реаль проекттар һәм контракттар менән тулыландырыу, — тине Рауил Зарипов. – Делегация составында –Татарстандың химия, нефтехимия, нефть табыу, машиналар эшләү, мәғлүмәт технологиялары, энергия һаҡлау һәм башҡа предприятиеларының 20-нән ашыу етәксеһе.

— Хәҙерге ваҡытта беҙ 2010-2012 йылдарға саралар планы төҙөйбөҙ, проект әҙер ҙә инде, – тине Юрий Пустовгаров. – Күренеүенсә, беҙҙең бер-береһенә ҡамасауламаған һәм киҫешмәгән үҙ-ара мәнфәғәттәребеҙ байтаҡ.

Перспективалы йүнәлештәрҙең береһе машиналар эшләүҙе үҫтереү менән бәйләнгән. Татарстанда Италияның «Фиат» концерны еңел автомобилдәрен етештереү юлға һалынасаҡ. Проектҡа Башҡортостан да ҡушыла ала. Беҙҙең республикала ҡеүәтле машиналар эшләү кластеры булдырылған, ул кооперацияға әҙер һәм Саллы автомобиль етештереүселәрен комплектлау материалдары менән тәьмин итә ала.

Ике республиканың да нефть өлкәһендә уртаҡ мәсьәләләре күп. Татарстанда нефть табыу күләме юғарыраҡ, уның ҡарауы, Башҡортостанда нефть эшкәртеү алғараҡ киткән. Тупланған тәжрибә ике яҡты ла ҡыҙыҡһындыра.

— 50-нән ашыу предприятие Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе, — тине Рауил Зарипов. –  Был үҙ тауарҙарын сығарыу ғына түгел, һатып алырға ла, бергәләп эшләргә лә әҙерлек.

Бизнес-осрашыуҙа, Башҡортостан менән Татарстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн даими эшләүсе төркөм ойошторорға, тигән тәҡдим яңғыраны.

Ике төбәктең эшлекле даирәләре вәкилдәренең киләһе осрашыуы Татарстанда үтәсәк.