Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡаҙағстан Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған йылын хуплай

Сәйәсәт

Халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһы 2010 йылды башҡорт ғалимы, профессор Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған йылы тип иғлан итте. Был ваҡиғаға арналған тәүге сараларҙың береһе бөгөн Ҡаҙағстан Республикаһының Алматы ҡалаһында Милли китапханала үткәрелә. «Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған әҫәрҙәрендә төрки халыҡтар тарихы һәм мәҙәниәте» түңәрәк өҫтәлендә Ҡаҙағстандан, Төркиәнән һәм Башҡортостандан күренекле ғалимдар сығыш яһаясаҡ.

Беҙҙең республиканан философия фәндәре кандидаты Гөлнара Ишберҙина менән филолог Айнур Хужахмәтов ҡатнаша. Уларҙың докладтарының темалары — "Ә.-З.Вәлиди Туғандың донъяға ҡарашы формалашыуы" һәм "Хәҙерге башҡорт прозаһында Ә.-З. Вәлиди Туған образы".

Фәнни форумда шулай уҡ Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең улы – Билькент университеты уҡытыусыһы профессор, доктор Сөбәҙәй Туған, Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиле Ержан Азанов, Ҡаҙағстан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһындағы вәкиле Асҡар Торғанбаев, «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте вәкиле Азамат Рыҫкилдин, төп ҡаҙаҡ тарихсылары тарих фәндәре докторы Мәмбәт Койгелдиев, академик Ҡайрат Сапарғәлиев, Чокан Вәлиханов исемендәге ҠР Тарих һәм этнография институты директоры тарих фәндәре докторы Саттар Мәжитов сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть