11 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2010 йыл, 9:00

Бөтә донъя менән наркотиктарға ҡаршы!

автор: “Башинформ”

11 мартта  наркотиктар әйләнешенә контроль органдары хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллективы исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Ете йыл республика буйынса Наркотиктар әйләнешенә контроль идаралығы наркоагрессияға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара, Башҡортостанда дәүләт наркотиктарға ҡаршы сәйәсәтен һөҙөмтәле тормошҡа ашыра, граждандарҙың милли именлеге һәм һаулығы һағында тора. Һеҙҙең наркоенәйәтселектең ойошҡан формаларына һәм наркобизнестың иҡтисади нигеҙҙәренә ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ.

2005 йылда республикала иғлан ителгән Наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы сиктәрендә комплекслы саралар системаһын тормошҡа ашырыу наркотиктар менән самаһыҙ мауығыуға ҡаршы тороуға, бөтә власть органдарының, йәмәғәт институттарының һәм дини конфессияларҙың был социаль яуызлыҡҡа ҡаршы көрәштә тырышлыҡтарын берләштереүгә мөһим этәргес бирҙе.  Был эҙмә-эҙлекле берлектәге эш һөҙөмтәһе булып 2007 йылда наркотиктарға ҡаршы программаны үтәү йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Башҡортостанды иң яҡшы тип таныу торҙо. Республика Наркоконтроль идаралығының оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса 2008 йылда – Волга буйы федераль округында, ә 2009 йыл йомғаҡтары буйынса тотош илдә беренсе урын яулауы һеҙҙең юғары профессионализмығыҙҙы, һайлаған эшегеҙгә тоғролоғоғоҙҙо, ныҡышмалылыҡ һәм фиҙакәрлегегеҙҙе иҫбатлаусы дәлил булып тора.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ хаҡына көсөргәнешле хеҙмәтегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».