9 декабрь, Йома

10 март 2010 йыл, 10:59

«Салауат Юлаев-1994» – хоккей буйынса Рәсәй чемпионы

автор: Дмитрий Слезин

Төмәндә Өфөнөң "Салауат Юлаев" командаһы, турнирҙа бер матчта ла еңелмәйенсә, 1994 йылғылар клуб командалары араһында Рәсәй беренселегендә еңеүгә өлгәште.

Беренсе урын өсөн матчта өфөләр Мәскәү "Спартак" командаһынан тиҫтерҙәрен 3:1 иҫәбе менән еңде.

«Салауат Юлаев»тың рәсми сайты хәбәр итеүенсә, Родион Моратов индергән голдан һуң өфөләр алға сыға – 1:0. Икенсе осор уртаһында мәскәүҙәр иҫәпте тигеҙләй, ләкин бер минут үтеүгә Тимерхан Ғәйнуллин яңынан «юлаевсы»ларҙы алға сығара – 2:1. Йомғаҡлау осоронда Максим Богатыренко нөктә ҡуя – 3:1.