9 декабрь, Йома

10 март 2010 йыл, 10:40

10 мартта Рәсәй архивсыларының һөнәри байрамы

автор: Сергей Захаров

Уларҙы «хәтер һаҡлаусылар» тиҙәр. Бөгөн Рәсәй архив хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй.

10 март — дата император Петр I-нең  «Генераль Регламент»ы — тәүге тапҡыр Рәсәйҙә архив эше нигеҙҙәрен билдәләүсе дөйөм дәүләт хоҡуҡ акты тураһында иҫтәлеккә билдәләнгән. Шул ваҡыттан алып архивсылар “хаттарҙы йыйып барырға, уларға реестр ҡуйырға, биттәрен билдәләргә...” («письма прилежно собирать, оным реестры чинить, листы перемечивать…») тейеш була.

Бөйөк Петрҙың реформаһы Рәсәй Дәүләт архив хеҙмәтен ойоштороуға нигеҙ һалған 1918-1919 йылдар ҡануниәт акттарында үҫеш ала. Шунан башлап архивсылар һөнәри эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләй: документтарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү, уларҙы йыйып барыу (комплектлау) һәм фәнни маҡсатта файҙаланыу. Был йүнәлештәр илебеҙ Архив фондының бер өлөшө булып торған Башҡортостандың архив хеҙмәтенә лә тулыһынса хас. Уның системаһына, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Архивтар эштәре буйынса идаралыҡтан тыш, Үҙәк дәүләт тарих архивы һәм Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивы, "Архивсы" дәүләт учреждениеһы, 62 муниципаль архив һәм дүрт меңдән ашыу ведомство һәм тармаҡ архивтары.

Хәҙерге ваҡытта республиканың дәүләт һәм муниципаль архивтарында даими һаҡлауҙа өс миллион ете йөҙ меңдән ашыу эш иҫәпләнә. Улар иҫәбендә 2443579 берәмек идаралыҡ документацияһы, 1090198 эш шәхси состав буйынса, 98573 фотодокумент, 16381 шәхси документ, 56897 берәмек фәнни-техник документация. Башҡортостанда 64890 документ айырыуса әһәмиәтлеләр категорияһына ҡарай.

Архив мәғлүмәттәре нигеҙендә меңәрләгән архив белешмәләре бирелә, фәнни диссертациялар, китаптар һәм мәҡәләләр яҙыла.  

темалар: архивтар