11 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2010 йыл, 9:54

Йәйге профилле лагерҙар программалары конкурсына заявкалар ҡабул ителә

автор: Эльмира Сабирова

19 мартҡа тиклем БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы йәштәр сәйәсәте учреждениелары һәм балалар йәштәр йәмәғәт ойошмалары араһында йәйге профилле лагерҙар программалары республика конкурсына заявкалар ҡабул итә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың бурыстары — балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең рухи, интеллектуаль, ижади, физик һәм социаль ихтыяждарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән профилле лагерҙар инновацион программаларын һәм проекттарын асыҡлау.

Ярышта район һәм ҡалаларҙың йәштәр сәйәсәте учреждениелары, республика балалар йәштәр йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша ала. Материалдарҙа программаның социаль-тәрбиәүи әһәмиәтен сағылдырыу ғына түгел, уның авторҙары программаны тормошҡа ашырыуҙың иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын иҫәпкә алырға тейеш.

Һөҙөмтәләр комиссия раҫлауына 26 марттан һуң сығарыласаҡ. Йомғаҡтар буйынса БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы конкурста еңеүселәрҙең программаларын финанслау тураһында бойороҡ проектын БР Хөкүмәте ҡарауына индерәсәк.

Эштәр Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 251-57-19.

темалар: конкурстар