Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт саңғысылары Бөтә Рәсәй спартакиадаһында уңыш ҡаҙанды

Йәмғиәт

Йылабуғала (Татарстан) балалар йорттары һәм мәктәп-интернаттары тәрбиәләнеүселәренең «Киләсәккә спорт менән» Бөтә Рәсәй спартакиадаһы үтте.

Учалы районы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре командаһы Башҡортостан исеменән был ярыштарҙың саңғы уҙышында ҡатнашты. Был йыйылма команда түбәндәге составта сығыш яһаны: Дмитрий Смольников, Арсен Алтынов, Олег Ғилфанов, Анастасия Рудина, Ксения Пузырецкая, Эльвина Закирова, Ольга Копьева, Андрей Мусин, Марина Бушаева.

Балалар туғыҙ миҙал алып ҡайтты: Дмитрий Смольников 1995-1996 йылғы егеттәр араһында ике «көмөш» яуланы.

Арсен Алтынов та ике миҙалға лайыҡ булды: 1997-1998 йылғы егеттәр араһында «көмөш» һәм «алтын» алды.

2 километр араға классик йөрөштә 1995-1996 йылғы ҡыҙҙар араһында Ксения Пузырецкая еңде, «бронзаға» Анастасия Рудина лайыҡ булды.

Коньки йөрөшө менән 2 километр араға 1995 -1996 йылғы ҡыҙҙар араһында Анастасия Рудинала икенсе урын, Ксения Пузырецкаяла — өсөнсө.

1995-1996 йылғылар араһында үткәрелгән аралаштырылған эстафетала Анастасия Рудина, Ксения Пузырецкая, Олег Ғилфанов һәм Дмитрий Смольниковтарҙан торған команда беренсе урын алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть