4 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2010 йыл, 9:30

Өфө эшҡыуарҙары өсөн бушлай консультациялар үткәрелә

автор: Любовь Колокова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә март айында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай өс консультация үткәрелә.

10 мартта «Эшлекле ҡатын-ҡыҙ имиджы» темаһына консультацияны «Ратиро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән уҡытыусы-имиджмейкер Лилиә Фәхруллина алып бара.

17 мартта бәләкәй бизнес субъекттарына һалым һалыу үҙенсәлектәре тураһында «Респект» хоҡуҡ компанияһының “ҡыҙыу линия” хеҙмәте етәксеһе Ирина Гаврилова бәйән итә.

24 мартта Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе директоры Вероника Воронина «Нисек яңы эш асырға» темаһына консультацияһын тәҡдим итә.

Консультациялар төштән һуң сәғәт 16.00-дән киске 18.00-гә тиклем Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1, 201-се офис адресы буйынса алып барыла.

темалар: эшҡыуарлыҡ