Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә кадастр инженерҙары институты формалаша

Иҡтисад

Рәсәйҙә кадастр инженерҙары институты формалаша. Был өлкәлә эшләүсе меңдәрсә кеше, шулай уҡ йәш белгестәр квалификацияһын раҫларға һәм дәүләт аттестаты алырға мәжбүр буласаҡ. Шунһыҙ улар үҙ эшмәкәрлеген алып бара алмаясаҡ.

«Башинформ» агентлығына «Башземоценка» дәүләт унитар предприятиеһынан аңлатыуҙарынса, кадастр инженерҙары институты 2008 йылдың 1 мартында көсөнә ингән «Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһындағы» законға ярашлы ойошторола. 2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем күсеү осоро иҫәпләнә. Был кәрәкле закон нигеҙен булдырыусы акттарҙы ҡабул иткәнгә ҡәҙәр 2008 йылдың 1 мартына тиклем ер төҙөлөшө эштәрен алып барған һәм әле күсемһеҙ милек объекттарын дәүләт техник иҫәпкә алыныуы менән шөғөлләнгән белгестәрҙең генә һөнәри эшмәкәрлек алып бара алыуын аңлата. 2011 йылдың 1 ғинуарынан квалификацияны раҫлау һәм дәүләт аттестаты алыу мотлаҡ талапҡа әйләнә.  

Кадастр инженерының квалификация аттестатын шәхси эшҡыуарҙар ҙа, был өлкәлә эшләүсе компания хеҙмәткәрҙәре лә алыу мөмкинлегенә эйә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть