3 декабрь, Шәмбе

10 март 2010 йыл, 8:50

"Мотор" фәнни-производство берекмәһе хосусилаштырыуға әҙерләнә

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылда акцияларын хосусилаштырыу планлаштырылған федераль милектәге асыҡ акционерҙар йәмғиәте исемлеге артҡан. РФ Хөкүмәтенең 2010 йылдың 27 февралендәге 233-сө ҡарары менән “Сәнәғәт технологиялары һәм аэронавигацион системалар фәнни-техник үҙәге” (Мәскәү ҡалаһы) менән “Мотор” фәнни-производство предприятиеһы” (Өфө ҡалаһы) “Оборона сәнәғәт комплексы” бүлегенә индерелгән.