6 декабрь, Шишәмбе

09 март 2010 йыл, 17:43

Башҡортостанда диоксин менән бысраныуға тикшереүҙәр Стокгольм конвенцияһына ярашлы башҡарыла

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһы –Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында тотороҡло органик бысраныу тураһындағы Стокгольм конвенцияһына ярашлы диоксин менән бысраныуға тулы масштаблы тикшереүҙәр үткәргән беренсе төбәк.

Бындай тикшереүҙәрҙе «Башҡорт республика фәнни-тикшеренеү экология үҙәге» дәүләт учреждениеһы ғалимдары алып бара.

Башҡорт ғалимдары проекттары хәҙер республиканан ситтә лә ғәмәлгә ашырыла. Чечен Республикаһы Хөкүмәте тотороҡло органик бысраныуҙар, диоксиндар һәм полихлорбифенилдарҙы мониторлау буйынса берҙәм эш итеүҙәре өсөн башҡорт тикшеренеүселәренә тәрән хөрмәтен белдерҙе. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий  Пустовгаров исеменә Чечен Республикаһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәлид Вайхановтан рәхмәт хаты килде.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәбиғәтте һаҡлау проектын тормошҡа ашырыу барышында төбәктең экология торошон билдәләүсе уникаль мәғлүмәттәр тупланған. Чечен Республикаһы – Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында тотороҡло органик бысраныу тураһындағы Стокгольм конвенцияһына ярашлы диоксин менән бысраныуға тулы масштаблы тикшереүҙәр үткәргән икенсе төбәк.