3 декабрь, Шәмбе

09 март 2010 йыл, 17:14

Юрий Порошин: БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе сәнәғәт үҫешенә этәргес бирәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

— Башҡортостан Республикаһы Президентының “Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл” Мөрәжәғәтнамәһендә сәнәғәт өсөн әһәмиәтле бер нисә урын бар. Иң элек, әлбиттә, көрсөккә ҡаршы сараларҙың һөҙөмтәлелеге. Башҡортостан етәкселегенең кредитлау менән ярҙам итеүе Өфө агрегат производство берекмәһенең етештереү күләмен аҫҡа тәгәрәүҙән һаҡлап ҡалырға ғына түгел, хатта 2008 йыл менән сағыштырғанда быны күпкә арттырырға ла булышлыҡ итте, — тине БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Мөрәжәғәтнамәһен комментарийлап, “Өфө агрегат производство берекмәһе” федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры  Юрий Порошин. – Икенсе мөһим нәмә – система булдырыусы предприятиеларҙы модернизациялау. Республикала сәнәғәт тармаҡтарының күбеһендә яңы ҡеүәттәр булдырылыуы, эре  инвестицион проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуы, фәнни-техник потенциалдың нығыныуы ҡыуандыра.

ӨАПБ үҫешә, — тип өҫтәне Юрий Порошин. – Беҙҙә, берекмәлә, төп технологик компетенциялар үҙәген төҙөү буйынса программалар әҙерләнде. Был мөһим йүнәлештәр буйынса эштәрҙе көсәйтеүебеҙҙе, юғары технологиялар ҡулланыуға иғтибар биреүебеҙҙе аңлата. Авиация техникаһы өсөн электр агрегаттарын эшкәртеү, етештереү һәм техник хеҙмәтләндереү – шундай йүнәлештәрҙең береһе. Был программа Өфө агрегат производство берекмәһенә донъяуи кимәлгә сығырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

-   БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе сәнәғәттең артабанғы үҫешенә этәргес бирергә тейеш, ә беҙ дөйөм эшкә өлөшөбөҙҙө индереү өсөн барыһын да эшләргә әҙер, — тип белдерҙе ӨАПБ генераль директоры.