4 декабрь, Йәкшәмбе

09 март 2010 йыл, 16:43

«Юмориада-2010» Өфөлә үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Конгресс-холда 14 мартта «Юмориада-2010» Республика КВН фестивале үтәсәк. Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Бөрө ҡалаларынан 17 команда ҡатнашасаҡ.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был фестиваль, йыл һайын Сочиҙа үткән Халыҡ-ара КВН командалары фестивале кеүек, республикала йылдың төп КВН ваҡиғаһы булып торорға тейеш. Уның һөҙөмтәләре буйынса командаларға Клуб лигаларының береһендә яңы миҙгел башлап ебәрергә тәҡдим ителәсәк, ә иң көслө командалар БР Юғары асыҡ телевизион КВН лигаһы миҙгеленә саҡырыласаҡ. Алдағы КВН миҙгеленең төп үҙенсәлеге булып Клуб структураһына ингән бөтә лигаларҙа уйын календарын синхронлаштырыу торасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был сара алдынан төбәктең КВН хәрәкәте лидерҙары һәм ойоштороусылары көстәрен берләштереү һәм берҙәм “шаяндар һәм тапҡырҙар клубы”н ойоштороу өсөн йыйылды. Уның эшмәкәрлеге КВН командаларының оҫталыҡ кимәлен күтәреүгә, Башҡортостанды халыҡ-ара аренала лайыҡлы күрһәтерлек республиканың көслө һәм конкуренцияға һәләтле йыйылма командаһын булдырыуға йүнәлтелгән. Клуб республиканың йәш КВН-сыларын әҙерләүҙең үҙәкләштерелгән системаһын тәьмин итәсәк һәм Халыҡ-ара КВН союзы лигаһына эләгергә теләгән командалар өсөн әҙерлек һыҙығы булып торасаҡ. Командалар менән Халыҡ-ара КВН союзы мәктәбен үткән редакторҙар эшләйәсәк.

темалар: йәштәр