8 декабрь, Кесе йома

09 март 2010 йыл, 16:09

Ҡариҙел йылғаһы аръяғы япон инвесторҙарының иғтибарын йәлеп итә

автор: Михаил Сытин

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Рәсәй һәм Көнсығыш Европа менән сауҙа буйынса Япония ассоциацияһының Иҡтисад институты (РОТОБО) етәксеһе Хироси Такахаси менән осрашты. Рәсми осрашыу барышында баш ҡаланың Ҡариҙел йылғаһы аръяғын үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлектәре ҡаралды.

Билдәле булыуынса, республика баш ҡалаһын үҫтереү өсөн мөһим проект етди финанс һалыуҙары талап итә – автотоннель һәм эстакада күпере төҙөү Ҡариҙел йылғаһы аръяғы биләмәһен үҙләштереүҙең мотлаҡ шарты булып тора.

Уҙған аҙнала проект документацияһы менән танышҡан һәм төҙөлөш урынын барып ҡараған япон эксперттары тоннель төҙөү өсөн оҙайлы ваҡытлы “арзан” кредиттар йәлеп итергә мөмкин тип иҫәпләй, ә эстакада күпере төҙөү һәм Ҡариҙел аръяғын комплекслы үҙләштереү, уларҙың фекеренсә, шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итәсәк.

Шулай уҡ иҡтисадтың башҡа өлкәләрендә лә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Хироси Такахаси Раил Сарбаевты быйыл ноябрҙә Токиола үтәсәк Рәсәй-Япония инвестиция форумында ҡатнашырға саҡырҙы. РОТОБО башланғысында үтәсәк форумда ҡатнашыу, Такахаси әфәнде әйтеүенсә, республика проекттарын Япония баҙарында күрһәтеү һәм сит ил инвесторҙары йәлеп итеү мөмкинлеге бирәсәк.