10 декабрь, Шәмбе

09 март 2010 йыл, 15:59

Хәйбулла районында «Театр яҙы-2010» район фестивале үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Гульфия Гилязетдинова

Хәйбулла районында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына һәм райондың 80 йыллығына арналған «Театр яҙы-2010» район фестивале үтә.

«Башинформ» агентлығына Хәйбулла районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Лилиә Ғатауллинаның хәбәр итеүенсә, Әбүбәкер, Федоровка, Быҙаулыҡ ауылдарының мәҙәниәт йорттары коллективтары үҙенең эшен беренселәрҙән булып күрһәткән.  Улар Ибраһим Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре», Әсхәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» һәм Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө» пьесалары буйынса хәрби тематикаға спектаклдәр тәҡдим иткән.  

Театраль коллективтарҙың уйынын тамашасы ғына түгел, актерҙар оҫталығын, декорацияларҙы, спектаклдең музыкаль биҙәлешен билдәләүсе компетентлы жюри ла баһалай.

Һәүәҫкәр театр сәнғәтен, милли йолаларҙы, традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, район драма түңәрәктәре етәкселәренең һөнәри оҫталығын, һәүәҫкәр актерҙарҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү «Театр яҙы-2010» район фестиваленең төп маҡсаты иҫәпләнә.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса Гран-при, 1-се, 2-се һәм 3-сө урындар биреләсәк, шулай уҡ  «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы ир-егет роле», «Иң һәйбәт музыкаль биҙәлеш», «Иң оҫта кире герой роле», «Иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы спектакль сценографияһы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк.

темалар: фестивалдәр