6 декабрь, Шишәмбе

09 март 2010 йыл, 15:33

10 мартта Республика француз телле театрҙар фестивале башлана

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының уҡыу театры базаһында 10 мартта уҡыусылар һәм студенттар француз телле театрҙарының V Республика фестивале башлана. Сара Францияла Рәсәй һәм Рәсәйҙә Франция йылы, яҡынлашып килгән Халыҡ-ара франкофония көнө сиктәрендә «Альянс Франсез Уфа» Республика мәҙәни-ағартыу  йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы буйынса үткәрелә.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был көн традиция буйынса 20 мартта билдәләнә. Республика  фестивале быйыл Силәбелә үтәсәк төбәк этабында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу туры булып тора.

Сара етәксеһе — Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһының француз уҡыу залы директоры Индира Хәйретдинова хәбәр итеүенсә, быйыл фестивалдә ҡатнашыуға дүрт мәктәп һәм студенттар театраль коллективы заявка биргән. Былар Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультеты ҡарамағындағы студия һәм Өфөнөң 40-сы мәктәбе, 3-сө һәм 39-сы гимназиялары уҡыусылар командалары.

Ҡатнашыусыларҙың эшен абруйлы жюри баһалаясаҡ, уның составына Өфөләге Француз альянсының почетлы директоры Нина Антонова, Индира Хайретдинова, шулай уҡ Заһир Исмәғилев исемендәге Сәнғәт академияһының театр бүлеге уҡытыусылары инә.

темалар: фестивалдәр