Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Профессиональ юристың кәңәше кәрәкме?

Йәмғиәт

Ауыр хәлдә ҡалдығыҙмы, уны хәл итер өсөн профессионал юристың кәңәше кәрәкме? “Ҡыҙыу линияға” шылтыратығыҙ – һеҙгә мөхәрририәттең ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре ярҙам итер. Шишәмбелә, 9 мартта, республика прокурорының граждандарҙы ҡабул итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Элина Арманшина һәм БР прокуроры ярҙамсыһы Наталья Рәхмәтуллина консультациялар үткәрә.

Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм мохтаждарҙың барыһы ла ҡуллана ала, бары (8-347) 272-79-16 номерҙарын йыйырға ғына кәрәк. Шылтыратыуҙар 15-00-дән 17-00-гә тиклем ҡабул ителә. Йәнә бер ҡабатлайбыҙ, был даими рубрика, граждандар менән әңгәмәләшеү айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә үткәрелә.  Үрҙә күрһәтелгән телефон номерына шылтыратып, квалификациялы юрисҡа ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙҙы бирегеҙ!

Был ике сәғәт эсендә бирелгән бөтә һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.

Марттағы киләһе "ҡыҙыу линия" 23-дә үткәрелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ һорауыңды гәзиттең 15-се битенән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.

Теги: хоҡуҡ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть