11 декабрь, Йәкшәмбе

09 март 2010 йыл, 14:55

Төбәк журналистарының «Мин Рәсәйҙе яратам» конкурсы старт алды

автор: Юлия Антипина

«Мин Рәсәйҙе яратам» V асыҡ төбәк-ара конкурсы Башҡортостан журналистарын ҡатнашырға саҡыра. Быйыл конкурс комиссияһы менән уҡытыусыларға арналған  һәм Еңеү тематикаһын яҡтыртҡан эштәргә махсус иғтибар биреләсәк.  

Конкурс эштәре «Яҡташтар», «Православие дине территорияһы», «Бәләкәй Ватан даны», «Көслө ғаилә – көслө бойондороҡһоҙ дәүләт», «Беҙ киләсәк өсөн яуаплы», «Яңы быуын эҙләнеүҙәр юлында», «Журналистың гражданлыҡ позицияһы» кеүек бер нисә номинацияла билдәләнәсәк.  Быйыл йәнә «Конкурс логотибын әҙерләү»  һәм «Фотография» номинациялары өҫтәлгән.

Конкурсҡа 2010 йылдың 1 ғинуарынан алып 1 ноябренә тиклем баҫмала донъя күргән/эфирға сыҡҡан төрлө жанрҙағы журналист материалдары ҡабул ителә (телетапшырыу, телевизион сюжет, телефильм, радиотапшырыу йәки радиосюжет, ваҡытлы матбуғат баҫмаһында йәки интернет – киң мәғлүмәт сараһында баҫтырылған эштәр, фотография/фоторепортаж).

Жюри билдәле журналистарҙан тора, улар араһында  Екатерина Андреева, Михаил Леонтьев  һәм башҡалар бар.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы декабрҙә Кремль һарайында үтәсәк.

Конкурсҡа бәйле өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе түбәндәге адрес буйынса алырға мөмкин:

Милли Дан Үҙәгенең Мәскәүҙәге офисы:

119017, Мәскәү, Оло Ордынка урамы, 35-се йорт.

Телефондары: (495) 775-65-92, өҫтәп. 1071, факс: 775-65-93

E-mail: cnsr.moscow@gmail.com

Конкурс тураһындағы мәғлүмәтте Милли Дан Үҙәге сайтынан ҡарарға ла була: www.cnsr.ru.