Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Мортаза Рәхимов «Салауат Юлаев» хоккейсыларын Континент Кубогы менән ҡотланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Салауат Юлаев» хоккей клубы тренерҙарына һәм хоккейсыларына регуляр КХЛ чемпионатында еңеү айҡанлы ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.

Телеграммала шулай тиелә:

«Хөрмәтле Вячеслав Аркадьевич! Хөрмәтле «Салауат Юлаев» тренерҙары һәм хоккейсылары!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла мөһим ҡаҙанышығыҙ – лига тарихында тәүге Континент Кубогын яулауығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Өсөнсө йыл рәттән һеҙ республика халҡына Рәсәй һәм Континенталь хоккей лигаһы чемпионаттарында һоҡланғыс еңеүҙәрегеҙ менән ҙур шатлыҡ килтерәһегеҙ.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы тренерҙар штабына һәм коллективына спортсыларҙы яҡшы әҙерләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Киләсәктә лә матур традицияларығыҙҙы арттырырһығыҙ, туған клуб абруйын юғары тоторһоғоҙ, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм, Башҡортостанды һәм бөтә Рәсәйҙе данлап, спортта яңынан-яңы еңеү үрҙәре яулауығыҙҙы теләйем!

Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть