9 декабрь, Йома

09 март 2010 йыл, 14:24

Башҡортостанда Японияның дипломатик делегацияһын көтәләр

автор: Эльвира Латипова

10 мартта Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһындағы Япония Илселегенең икенсе сәркәтибе Такуя Никагава менән Илселектең өсөнсө сәркәтибе Сион Каваинан торған Японияның дипломатик делегацияһы килә.  

Алдан билдәләнгән программа буйынса, 11 мартта делегация БР Президенты Хакимиәтендә буласаҡ, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы етәкселеге вәкилдәре менән осрашасаҡ, «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен һәм «Раум Арчитекс» компанияһын ҡараясаҡ. 12 мартта Салауатҡа барыу планлаштырыла. Сәнәғәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, ҡунаҡтар ҡала хакимиәте һәм бер нисә сәнәғәт объекттары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.