Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Татарстандың сәнәғәт һәм сауҙа министры Рауил Зарипов Өфөгә килә

Иҡтисад

Бөгөн Өфөгә Татарстан Республикаһының сәнәғәт һәм сауҙа министры Рауил Зарипов килә.

Сәфәр программаһы бер көнгә – 10 мартҡа иҫәпләнгән. Иртәнсәк БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында Башҡортостан менән Татарстандың эшлекле даирәләр вәкилдәренең бизнес-осрашыуы үтәсәк. Рауил Зарипов уны рәсми асыуҙа ҡатнашасаҡ. Һуңынан ул БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостандың сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерәсәк. Программала шулай уҡ – БР Фәндәр академияһы етәкселеге менән осрашыу, «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең авиацион технологиялар технопаркына, «Буринтех» фәнни-производство предприятиеһына һәм башҡа объекттарға барыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть