5 декабрь, Дүшәмбе

09 март 2010 йыл, 11:44

Башҡортостанға сит илдән меңгә яҡын баш итле мал һатып алынасаҡ

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда тоҡомсолоҡ хужалыҡтарына ярайһы уҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Һуңғы ваҡытта итселек йүнәлешенә ҙур иғтибар бирелә. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикаға бер мең башҡа яҡын итле тоҡом малы килтерергә планлаштырыла.

2009 йылда Башҡортостан хужалыҡтары сит ил селекцияһы герефорд һәм лимузин тоҡомло 1569 баш мал һатып алды. Тоҡомло мал Дыуан, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка һәм Саҡмағош райондарына килтерелде.

—  Фәнни-методик һәм консультатив ярҙам күрһәтеү өсөн хужалыҡтарға уҡыу йорттары һәм тоҡомсолоҡ предприятиелары белгестәре беркетелгән, — ти БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко. – Һуңғы маҡсат – 2011 йылда австралия селекцияһы герефорд итле тоҡомло һыйыр малы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ хужалыҡтары ойоштороу.