Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Свердловскиҙар Башҡортостандан эксперимент йорттар һатып алырға йыйына

Иҡтисад

Рәсәйҙә 10-11 тәжрибә-эксперимент ҡасабаһы төҙөргә планлаштыралар, уларҙа сит ил технологияларын иҫәпкә алып аҙ ҡатлы төҙөлөш технологияһы индереләсәк. РФ төбәктәр үҫеше министры ярҙамсыһы Александр Лощенко экспериментта илдең бөтә төбәктәре лә ҡатнашасаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.  

Өлгө сифатында уларҙың күптәре Башҡортостанды һайлай. «ura.ru» сайты хәбәр итеүенсә, Свердловск өлкәһе губернаторы Александр Мишарин йорттарҙы ҡарап сыҡан да инде. Свердловск өлкәһенең төҙөлөш һәм архитектура министры Михаил Жеребцов Башҡортостандағы проект губернаторҙа ниндәй тәьҫораттар ҡалдырыуы хаҡында һоҡланып һөйләне: «Унда квадрат метры 9 мең һум торған йыйылма йорттар етештереү заводы сафҡа индереүгә әҙерләнә. Май айында завод файҙаланыуға тапшырылып, беренсе мөғжизә йорт йыйылғас та (уны йылытыу өсөн 2 кВт электр энергияһы етәсәк – был ике электр сәйнүге, тип һөйләне министр), Свердловск делегацияһы уны ҡараясаҡ һәм һатып аласаҡ».

Башҡортостанда Австрия технологияларын файҙаланып проект тормошҡа ашырыла. РФ төбәктәр үҫеше министры ярҙамсыһы Александр Лощенко әйтеүенсә, эксперимент ҡасабаларында аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү буйынса башҡа технологияларҙы ла ҡулланып ҡараясаҡтар, атап әйткәндә, канада, итальян, испан технологияларын.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть