10 декабрь, Шәмбе

09 март 2010 йыл, 11:00

Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булды

автор: Евгений Рәхимҡолов, Дмитрий Слезин

Дүшәмбе көндө, 8 Мартта, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булды. Атап әйткәндә, республика башлығы Йәнгел ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбен ҡараны, ауыл табип амбулаторияһын асыуҙа ҡатнашты, Байым һәм Йәнгел ауылдарында урта дөйөм белем биреү мәктәптәре менән танышты.

Эш сәфәре башында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Йәнгел ауылындағы яңыртылған ауыл табип амбулаторияһын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Был учреждение 1980 йылдан бирле эшләп килә, уҙған йылда капремонт үткәрелгән.

Медицина учреждениеһы 5248 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 1068-е –14 йәшкә тиклемге балалар. Туғыҙ ауыл халҡы бында медицина ярҙамы ала.

Реставрация үткән өс ҡатлы дауахана бинаһына яңы ҡорамалдар ҡайтарылған. Республика бюджетынан бүленгән 15 миллион һумға физиотерапия һәм стоматология кабинеттары яңыртылған. Бынан тыш, амбулатория янында 14 кешене ҡабул итеү мөмкинлеге булған көндөҙгө стационар эшләй.  

Президент медучреждение хеҙмәткәрҙәре менән аралашты һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы.  

Артабан БР Президенты Йәнгел ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенең яңы бинаһын ҡараны. Был мәктәп 1975 йылдан эшләп килә, бығаса бер мәктәптән икенсеһенә күсеп йөрөгән сәнғәт мәктәбенең даими теркәлгән урыны булмаған.  Хәҙер уларҙың үҙ ҡыйығы бар.  

Мәктәптә 120 бала ете программа буйынса ете педагогта сәнғәт серҙәренә төшөнә. Улар фортепьянола, баянда, ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, хорҙа һәм айырым йырлай, хореография һәм эстетик тәрбиә дәрестәре ала.

Белем биреү учреждениеһында ике пианистар дуэты, ике баянистар дуэты, бер фольклор ансамбле, ике ҡурайсылар коллективы, берләштерелгән хор һәм биш хор коллективы бар.

Сәнғәт мәктәбенә бүленгән бинала өс ай эсендә капремонт эшләнгән, яңы мебель, ҡорамалдар һәм музыкаль инструменттар һатып алынған.

Бында 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар белем ала. Улар район һәм зона конкурстарында даими ҡатнаша, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үткәрелгән фестивалдәргә йөрөй һәм призлы урындар ала.

Әбйәлил районы буйлап эш сәфәре барышында Мортаза Рәхимов Йәнгел урта дөйөм белем биреү мәктәбенең яңы спортзалын да ҡараны.    

Был белем усағы 1965 йылда сафҡа индерелгән. Күптән түгел мәктәпкә яңы төкәтмә төҙөлөп, унда спортзал урынлаштырылған.  Мәктәптә беренсе кластан 11-гә тиклем  236 бала уҡый.

Төкәтмә тиҙ арала файҙаланыуға тапшырылған. Хәҙер белем биреү учреждениеһының ике спортзалы бар. Яңыһы физкультура дәрестәренә бирелгән.

Иҫке спортзалды иһә төрлө ярыштар һәм ауыл халҡы араһында дуҫтарса матчтар үткәреү өсөн файҙаланырға ниәтләйҙәр.  

Әбйәлил районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Президенты йәнә бер белем биреү учреждениеһы менән танышты. Республика башлығы Байым ауылы урта белем биреү мәктәбенең өҫтәмә корпусы төҙөлөшөн ҡараны.  

Өҫтәмә блок төҙөлөшө майҙаны 1500 квадрат метр тәшкил итә. Иҫке бинаныҡы — 1200 квадрат метр.

Байым мәктәбенең 14 класында йөҙгә яҡын уҡыусы белем ала, яңы төкәтмәне сафҡа индергәндән һуң был һандың өс тапҡырға артыуы бар.  Әлегә бында 24 кешенән торған коллектив эшләй.

Объектты ағымдағы йылдың беренсе яртыһында сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.

Объекттың смета хаҡы 59,67 миллион һум тәшкил итә, шуның 39 миллионы үҙләштерелгән.

Мәктәп ике ҡатлы бинанан ғибәрәт. Беренсе ҡатында вестибюль, инглиз теле, химия, математика, рус теле һәм әҙәбиәте, хеҙмәт дәрестәре кластары урынлашҡан.

Икенсе ҡатында тарих, физика, биология, география, информатика кабинеттарын, ошонда уҡ уҡытыусылар бүлмәһен күрергә мөмкин.  

Эш сәфәрендә республика башлығын Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.