5 декабрь, Дүшәмбе

09 март 2010 йыл, 10:15

Мортаза Рәхимов Гунтис Улманис менән осрашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

6 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов республикаға танышыу сәфәре менән килгән Латвия Республикаһы экс-президенты Гунтис Улманис менән эш осрашыуы үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһы менән Латвия Республикаһының иҡтисад, фән һәм мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

Мортаза Рәхимов ике республика араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу өсөн потенциалдың ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Президенты нефть эшкәртеү, машиналар эшләү һәм ауыл хужалығы өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуҙы юлға һалырға кәрәк тип иҫәпләй.

— Һеҙҙең Башҡортостанға килеүегеҙ республикаларыбыҙҙың эшлекле даирәләре араһында яңы иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш. Тураһын әйтергә кәрәк, әлегә беҙ бер-беребеҙ, төрлө йүнәлештәр буйынса бергәләшеп эшләү мөмкинлектәре хаҡында аҙ беләбеҙ. Башҡортостанға һәм Латвияға мөнәсәбәттәрҙе киңәйтергә кәрәк, — тип билдәләне осрашыуҙа Мортаза Рәхимов.

Бынан тыш, яҡтар төрлө берлектәге проекттарҙы инвестициялау мөмкинлектәрен ҡарарға әҙер булыуҙарын сағылдырҙы. 2010 йыл башына Башҡортостан иҡтисадында Латвиянан 484 мең долларҙан ашыу инвестициялар тупланған.

Гунтис Улманис Башҡортостан Президентына республикала йәшәүсе латыштарҙың мәҙәниәтен, телен һәм традицияларын үҫтереүгә шарттар булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Латыштар башлыса Архангел районында тупланып йәшәй, бында 350-ләп латыш иҫәпләнә.

Эш осрашыуында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, республика Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Латвияның Эске эштәр министрлығының Дәүләт секретары Илзе Петерсоне, Латвияның элекке премьер-министрҙары Иварс Годманис һәм Марис Гаилис ҡатнашты.