Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Максим Чудов икенсе дәрәжәләге "Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн" ордены миҙалы менән бүләкләнә

Йәмғиәт

Президент Дмитрий Медведев Ванкуверҙа үткән Олимпиадалағы ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй спортсыларын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Указға ярашлы, Дуҫлыҡ орденын Никита Крюков, Анна Богалий-Титовец, Ольга Зайцева, Ольга Медведцева, Светлана Слепцова, Евгений Устюгов аласаҡ.

Беренсе дәрәжәләге "Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн" ордены миҙалы менән Евгений Плющенко, Иван Скобрев һәм Иван Черезов бүләкләнә.

Икенсе дәрәжәләге "Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн" ордены миҙалына Алексей Воевода, Оксана Домнина, Максим Шабалин, Александр Зубков, Екатерина Илюхина, Наталья Коростелева, Николай Морилов, Александр Панжинский, Алексей Петухов, Александр Третьяков, Ирина Хазова, Максим Чудов һәм Антон Шипулин лайыҡ булған.

Спортсылар 2010 йылда Ванкуверҙа үткән XXI Олимпиада Уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары һәм физик тәрбиә һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индереүҙәре өсөн бүләкләнә.

Теги: олимпиада
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть