Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Стәрлетамаҡ районындағы дауахананы асыуҙа ҡатнашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды. Ул Төрөшлө ауылындағы яңы участка дауаханаһын асыуҙа ҡатнашты. Медицина   учреждениеһы 50 койка-урынға иҫәпләнгән. Өҫтәүенә сменаға 100 кеше ҡабул итеү мөмкинлеге булған поликлиникаһы бар. Объект төҙөлөшө 2008 йылда башланған. Проектын «Башжилкоммунпроект» проект институты белгестәре әҙерләгән. Үҙенең сығышында Мортаза Ғөбәйҙулла улы тәү ҡарамаҡҡа ябай ваҡиғаның ауыл һәм район халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.  Яңы дауахана яҡын-тирә ауылдарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Мортаза Рәхимов был поликлиника Президенттың Башҡортостан парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә телгә алынған сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙың башы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төрөшлөләге төҙөлөштө Президент шәхсән үҙе контролдә тотҡан.

Дауахана комплексы 1,6 гектар майҙанды биләй. Бинаның дөйөм майҙаны ике мең квадрат метрҙан ашыу. Ике һәм дүрт урынлы иркен палаталар заманса мебель менән йыһазландырылған. 12 миллион һумға яҡын суммаға медицина ҡорамалдары һатып алынған.

Белешмә. Төрөшлө ауылы — Төрөшлө ауыл советы үҙәге. Стәрлетамаҡтан көньяҡ-көнбайышҡа табан 28 километр алыҫлыҡта Төрөшлө йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылды 19-сы быуаттың икенсе яртыһында Тамбов губернияһынан күсеп килгән мордва һәм урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙләгән.

Бында меңгә яҡын кеше йәшәй. Халыҡтың төп өлөшө Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативында эшләй.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть