Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт аграр университетында агросәнәғәт комплексының инновацион үҫеше тикшерелде

Иҡтисад

XX «Агрокомплекс-2010» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университетында “Агросәнәғәт комплексының инновацион үҫешен фәнни яҡтан тәьмин итеү” бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

«Инвестицион проекттар һәм ауыл хужалығына механизация сараларын индереү» исемле доклады менән Рөстәм Зәйнуллин сығыш яһаны. Ул Башҡорт дәүләт аграр университеты сығарылыш студенттары әҙерлегенең юғары кимәлен, университеттың үҫешкән матди-техник нигеҙен һәм юғары квалификациялы профессор-педагогтар составын билдәләне.  Юғары уҡыу йортоноң иҡтисад факультеты деканы Василий Лукьянов агросәнәғәт комплексының әлеге иҡтисади хәле һәм 2010 йылға бурыстар тураһында һөйләне.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум эшен ауыл хужалығы үҫешенең төп йүнәлештәрен үҙ эсенә алған секцион ултырыштар дауам итте, унда Рәсәй аграр уҡыу йорттары педагогтары, студенттар һәм республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Буласаҡ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең рухи-әхлаҡи һәм физик тәрбиә мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы.

Агрокомплекстың инновацион үҫеше кеүек көнүҙәк мәсьәләне тикшереү буйынса түңәрәк өҫтәлдәр конференция эшен тамамланы.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть