8 декабрь, Кесе йома

05 март 2010 йыл, 14:55

Республика Хөкүмәте дарыуҙарға иң сикке өҫтәмәләрҙе кәметте

автор: Нина Никандрова

Март уртаһынан республиканың дарыуханалар селтәрендә иң кәрәкле һәм мөһим дарыуҙарға иң сикке күмәртә һәм ваҡлап һатыу хаҡтары кәметеләсәк. Был ҡарарға БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйҙы.

Республика Хөкүмәте сикке өҫтәмәләрҙе ҡәтғи сикләү тураһында тәүге тапҡыр 2009 йыл башында ҡарар сығарҙы. Ул саҡта дарыуҙарға һәм медицина изделиеларына максималь өҫтәмәләр 10 процентҡа кәметелде: күмәртә – 20%, ә ваҡлап һатыу 35 процент тәшкил итте.

Хөкүмәттең яңы документына ярашлы, өҫтәмәләр күләмдәре өс хаҡ категорияһы буйынса айырыласаҡ: дарыуҙың хаҡы ни тиклем юғары булһа, сикке өҫтәмә күләме шул тиклем кәмерәк буласаҡ.

50 һумдан арзаныраҡ дарыуҙар өсөн сикке күмәртә өҫтәмәһе – 15%, ә ваҡлап һатыу өҫтәмәһе 34 процент күләмендә билдәләнде. 50 һумдан 500-гә тиклем һумлыҡ дарыуҙар өсөн – 13% һәм 30%. Өсөнсө хаҡ төркөмөн 500 һумдан ашыулыҡ дарыуҙар тәшкил итә. Улар өсөн сикке күмәртә өҫтәмәһе 11 процент күләмендә билдәләнде, ә ваҡлап һатыуға улар 22 процент өҫтәмә менән сығарылырға мөмкин.

Наркотик средстволарға, психотроп матдәләргә һәм уларҙың прекурсорҙарына өҫтәмә, айырым һаҡлау һәм һатыу шарттары менән бәйле,  30 һәм 50 процент тәшкил итәсәк.

Иң кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар иҫәбенә биш мең самаһы төр инә.