3 декабрь, Шәмбе

05 март 2010 йыл, 14:51

«Агрокомплекс-2010» күргәҙмәһендә иң яҡшы продукция өлгөләре билдәләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

XX «Агрокомплекс-2010» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә сиктәрендә «Иң яҡшы продукция өлгөләре-2010» смотр-конкурсы үтте.

«Иң яҡшы һөт продукцияһы» номинацияһында конкурстың алтын миҙалын «Алексеевка» совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Баҡалыһөт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Серебряный снег» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «119-сы ат заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яуланы, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.  Көмөш миҙалдар  – «Миәкә һөт заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мәләүез һөт комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Башҡорт туңдырмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә. Яңы продукция — «Өфөлө» йогурты өсөн Башҡорт дәүләт аграр университеты диплом менән бүләкләнгән. Был йогурт бейә һөтө менән сөгөлдөр һуты ҡатнашлығында һыйыр һөтөнән әҙерләнгән.

«Сава» ит комбинатының тултырмалар серияһы, шулай уҡ һыйыр итенән «Деликатес», муйын итенән «Подмосковная» ит изделиелары, сусҡа итенән сарделькалар, «Рощинский» совхозынан «Ҡурылған украин» тултырмаһы, «НУМИК» ит эшкәртеү заводы ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тултырмалары серияһы «Иң яҡшы ит продукцияһы» номинацияһында еңеү яулаған.  

Был номинацияла көмөш миҙалдар алыусылар исемлегендә —  «Өфө ит-консерва комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте  һәм «Рощинский» совхозы. «Доктор», «Сервелат», «Таллин» тултырмалары өсөн «Новотроицк ит комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Ырымбур өлкәһе) диплом менән билдәләнгән.

Икмәк-ҡалас продукцияһы һәм кондитер изделиеларының иң яҡшы өлгөләрен «Нефтекама икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте,  «Октябрьский икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Тереғолова Р.Х.» шәхси предприятиеһы тәҡдим иткән. “Үҫемлекселек буйынса иң яҡшы фәнни-тикшеренеү эше” һәм “Малсылыҡ буйынса производствоға индереү өсөн иң яҡшы фәнни-тикшеренеү эше” номинацияларында конкурс-смотрҙың ике көмөш миҙалын Башҡорт ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институты алды. «Бурзяночка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үлсәп төрөлгән тәбиғи балы “Иң яҡшы сәй һәм бал продукцияһы” номинацияһында “көмөш” яулаған.

Наградалар йәнә «Он, ярма һәм макарон изделиелары», «Һатып алыусыларҙа тотороҡло һорау менән ҡулланған емеш-йәшелсә продукцияһы һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар», «Иң яҡшы алкоголь продукцияһы», «Ит һәм ит-йомортҡа тоҡомло тауыҡтарҙы үрсетеү өсөн» номинацияларында тапшырылды, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.